День башкирского языка

14 декабря Республика Башкортостан отмечает День башкирского языка.

Бирский исторический музей присоединяется к Республиканской музейной акции«Халҡым теле – миңә хаҡлыҡ теле…» [«Язык моего народа – для меня язык истины…», Рами Гарипов], посвящённой Дню башкирского языка, и представляет Вашему вниманию статью студентки факультета филологии и межкультурных коммуникаций Бирского филиала УУНиТ Камилы Мухаметовой о прошедшей недавно в музее выставке работ Георгия Калитова и его учеников.

Статья подготовлена под руководством преподавателя Ганеевой Г.Г.

Георгий Калитов иҫтәлегенә.

Бөрө тыуған яҡты өйрәнеү музейында рәссам һәм педагог Георгий Калитовтың  тыуыуына  70 йыл  тулыуына күргәҙмә асылды. Экспозицияны уның дуҫтары, туғандары һәм уҡыусылары ойошторған.
Рәссам Балтас районында Түбәнге Иванай ауылында тыуып , Бөрө балалар йортонда үҫә.Өфө сәнғәт училищеһында уҡыта һәм бер нисә быуын уҡыусылар тәрбиәләп үҫтерә. Сәнғәт эшмәкәренең ижади һәм профессиональ ҡараштары Башҡортостанда формалашты. Ул күп милләтле республикала йәшәүсе халыҡтарҙың тарихы өҫтөндә бихисап эшләне. Георгий Ғәйниәхмәт улы бер йыл элек арабыҙҙан китте.
Георгий Калитов тамашасыларға үҙенең иҫ киткес картиналары менән генә түгел, 2012 йылда нәшер ителгән «Башҡорт һынлы сәнғәт мәктәбе» исемле тәүге китабы менән дә билдәле. Һоҡланғыс портреттар, тыуған башҡорт тәбиғәте пейзаждары, сатира әҫәрҙәре уның ижадында байтаҡ өлөш тәшкил итә.
Залдың бер яртыһында — Георгий Калитовтың  «Урал -Батыр», «Ҡыҙым», «Батша хаты» картинаһына эскиздар, һ. б,икенсе яртыһында – уның уҡыусыларының  Мусин Радик, Диваева Алһыу,Цуканова Елена, Винокурова Ольга, Глазьева Олеся., Трофимова Вера, Әхмәтшин Рәлиф., Ишбирҙина Айгөл, Уразмәтов Тимур, Новоселов Артем, Зиновьева Анюта эштәре ҡуйылған.
Күргәҙмәлә  график эштәр, шулай уҡ һүрәттәр һәм эскиздар бар, уны 30 ноябргә тиклем ҡарарға мөмкин.
Матурлыҡты аңлап, милләтен данлап, уның рухын, әҙәбиәтен картиналар  аша бөтә донъяға танытырға теләгән сағыу шәхес эштәренә һоҡланмай ҡарау мөмкин тугел!
Рәссамдың яҡты иҫтәлеге беҙҙең күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр, тип ышанабыҙ.

Камила Мөхәмәтова

13 декабря, 2022
Поделиться: