Ҡымыҙ өсөн тәпән “Каповый”

Ҡымыҙ өсөн тәпән “Каповый” наборы 1985 йылда Павлов Сергей менән эшләнгән. Һауыт йыйылмаһы башҡорт ағас семәрләү  традицияларына нигеҙләнеп яһалған. Был хеҙмәт рәссамдың башҡорт халыҡ сәнғәтен өйрәнеү һәм ижади хыялы һөҙөмтәһе. “Каповый” наборы ике төр ағастан яһалған: йүкә һәм ағас ороно. Төп туҫтағы йүкәнән эшләнгән һәм ағас ороно пластиналар менән уйып биҙәкләнгән. Ижауҙары һәм касалары тулыһынса ағас орононан яһалған.

Традицияларҙан тайпылмаҫҡа тырышып, рәссам форманы стилләштергән һәм матур, күркәм кәкерсәктәр өҫтәп биҙәгән. Ижауҙарҙың ғәҙәти беркетеү ысулын оригиналь итеп яҡшыртҡан.

1990 йылда йыйылма ике тапҡыр республика күргәҙмәләрендә, 2011 йылда “Мәскәүҙә Башҡортостан көндәре” сараһы ваҡытында, Кремль залында күргәҙмәгә, 2014 йылда “Урал” галереяһында Сергей Павловтың шәхси күргәҙмәһендә, 2018 йылда Башҡортостан Республикаһы милли музейында Сергей Павловтың “Чудо кап и Павловская лапа” шәхси күргәҙмәһендә ҡуйылды. 2020 йылда йыйылма Бөрө тарихи музейының фондын тулыландырҙы һәм даими экспозицияһының өлөшө тороп ҡала #ХалҡымТеле.

 

Набор «Тэпэн для кумыса Каповый» был разработан и изготовлен Павловым Сергеем в 1985 году. Он выполнен в стиле традиций башкирской народной резьбы по дереву и является результатом изучения башкирского народного искусства и фантазии художника. Набор «Каповый» выполнен из двух видов древесины: липы и капа-корня. Основная чаша выполнена из липы, инкрустирована пластинами из капа-корня, а ковшики и пиала выполнены полностью из Капа.

Стараясь не отходить от традиций, художник стилизовал форму, добавил изящные завитки на крышке и на основе изделия, разработал оригинальный способ крепления ковшиков.

В 1990-х гг. набор экспонировался на двух республиканских выставках, в 2011г. — в Кремлёвском зале в г. Москве, во время проведения мероприятия «Дни Башкортостана в Москве», в 2014 году был представлен на персональной выставке Сергея Павлова в галерее «Урал «, в 2018 году экспонировался на персональной выставке Сергея Павлова «Чудо кап и Павловская лапа» в Национальном музее Республики Башкортостан. В 2020 году набор пополнил фонды Бирского исторического музея и стал частью постоянной экспозиции.

Декабрь 14, 2020
Поделиться: